

Ватаныбыҙ сиктәрен дошмандарҙан, төрлө баҫҡынсылар-ҙан һаҡлау элек-электән ир-егеттәр иңенә һалынған яуаплы хеҙмәт ул. Ил сиктәрен билдәләү өсөн погранзаставалар булдырыу Рус кенәздәре осоронда уҡ башланған, улар тәүҙә ҡарауыл отрядары, күҙәтеүселәр рәүешендә генә булһа, һуңғараҡ батша тарафынан уның төп маҡсаты аныҡланған.
Сик һаҡсылары көнө булараҡ билдәләнгән был байрамдың тарихына байҡау яһап, ошолар-ҙы билдәләргә мөмкин:
- 1918 йылдың 28 майында Халыҡ комиссарҙары советы менән Сик һағының баш идаралығы ойошторолған;
- 1994 йылдың 23 майында «Рәсәйҙең тарихи традицияларын тергеҙеү һәм сик буйы ғәскәрҙәрен аныҡлау» маҡсатында Федераль сик буйы хеҙмәте булдырылған. Президент Указы ме-нән был төр ғәскәрҙәр 2003 йылдан алып Федераль именлек хеҙмәте ҡарамағына тапшырылған.
Пограничниктар Тыуған ил сиген һаҡлап ҡына ҡалмай, контрабанданы, законһыҙ рәүештә ҡорал менән сауҙа итеүҙе, легаль булмаған миграцияны иҫкәртеү, сик буйында төрлө ҡораллы енәйәтселәр ойошмаларын асыҡлау кеүек үтә яуаплы эштәрҙе үҙ иңенә ала. Шуның өсөн дә улар элиталы ғәскәрҙәр рәтенә инә, уның ҡарамағына иң заманса ҡоралдар, караптар, техника бирелгән. Намыҫ, сабырлыҡ, ҡыйыулыҡ, юғары оҫталыҡ — һәр пограничниктың холоҡ һыҙаты булараҡ билдәләнә. Бөйөк Ватан һуғышы баш-ланғас, дошман менән тәүге булып, күҙмә-күҙ осрашҡан, һуңғы тамсы ҡандарына тиклем алышыусылар ҙа — сик һаҡсылары. Тап улар фашистарҙың СССР-ҙы тиҙ арала баҫып алыу планын селпәрәмә килтерә.
Әрмегә призыв менән алынған йәш егеттәр һуңғы тапҡыр 2007 йылда сик буйы ғәскәрҙәренә ебәрелә һәм улар хәрби бурыстарын үтәп ҡайтҡандан һуң, 2009 йылда сик һаҡсылары тулыһынса контрактсыларҙан туплана. Был бөгөнгө йәштәрҙең стрессҡа еңел бирелеүе, депрессияға дусар булыуына ла, физик әҙерлеге кәмеүенә лә бәйле. Яуаплылыҡ, уяулыҡ талап иткән ғәскәрҙәрҙә контракт төҙөгән мыҡты, таһыл егеттәрҙең хеҙмәт итеүе замана талабы.
Һүрәттә: Сәлих ҺАҘЫЕВ.