Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
3 Июнь 2023, 04:25

Һиндостанда поездар бәрелешкән

Ҡорбандар һаны арата бара...  

Һиндостанда поездар бәрелешкәнҺиндостанда поездар бәрелешкән
Һиндостанда поездар бәрелешкән

Калькуттанан Ченнаиға барған пассажирҙар составы, Бангалорҙан Калькуттаға барған икенсе поездың рельстарҙан төшкән вагондарына төкөй.

Был фажиғә кисә киске сәғәт  17:20 "Баханага Базар" станцияһы янында була. Ҡайһы бер кешеләр поезд емереклектәре аҫтында ҡалып, ҡотҡарыусыларҙың ярҙамын көтә. Һиндостан Премьер-министры Нарендра Моди һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе.

Һиндостандың Одиша штатында поездар бәрелешкәндә һәләк булғандар һаны 288-гә еткән. Был хаҡта "AFP" агентлығы Судханшу Саранги штатының янғын һүндереү хеҙмәте начальнигына һылтанып хәбәр итә.

Фото: https://t.me/rian_ru/204520

 

Автор:
Читайте нас