+21 °С
Болотло


Эшҡыуар, волонтер Тимерғәле Ураҙғоловтың ғаиләһендә ҙур шатлыҡ - улы тыуған. Был ҡыуаныслы хәбәрҙе ул яу ҡырында ишеткән. "Бөгөн мин күп балалы атай булдым! Минең улым тыуҙы! Лиана, бүләк иткән бәхетең өсөн ҙур рәхмәт! Төклө аяғын менән, улым! Бәхетле, сәләмәт, ата-әсәле бала булып үҫ", - тип яҙған Тимерғәле үҙенең сәхифәһендә.
Әйткәндәй, Тимерғәле үҙе лә күп балалы ғаиләлә үҫкән. Атаһы, билдәле прозаик Рәлис Ураҙғолов менән әсәһе биш бала тәрбиәләп үҫтергән.
Фото: Бәйләнештә.