

Башҡортостанда бал ҡорттары ике балаға һөжүм иткән һәм уларҙы 465 тапҡыр тешләгән. Һөжүм Ишембай районының Әхмәр ауылы янындағы урман аҡланында булған.
Стәрлетамаҡтың Балалар дауаханаһында аңлатыуҙарынса, ике бала урманға барғас, ошондай хәл булған. Унда бал ҡорттарының өйөрөнә тап булғандар. Ағаһы ҡасып китеп өлкәндәрҙе ярҙамға саҡырған. Малайҙарҙың атаһы менән ағаһы ярҙамға килеп, бал ҡорттарын ҡыуып, балаларҙы ауыл медицина пунктына алып барғандар. Унда уларға тәүге ярҙам күрһәткәндәр һәм дауаханаға оҙатҡандар.
Малайҙар реанимация бүлегенә оҙатылған, унда улар 465-кә яҡын бал ҡоротоноң энәһен алғандар.
"Малайҙарҙың бал ҡорто ағыуына аллергик реакцияһы күҙәтелмәне, уларҙың хәле лә тотороҡло, бер ниндәй ҙә сиптомдар юҡ", - тип аңлатма бирҙе дауалаусы табип Григорий Саарян.
Фото: ГБУЗ РБ Детская больница г. Стерлитамак / Минздрав РБ