

Кропачево - Мәсәғүт - Әчит автоюлында, Малояз ауылы янында йөк фураһы, КамАЗ һәм ике еңел автомобиль бәрелешкән.
«Хундай Санта Фе» йөрөтөүсеһе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы машинаһында вафат булған. Төрлө йәрәхәттәр менән «Тойота Рав 4» шоферы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итә. Фажиғә буйынса тикшереү башланды. Был хәлдең сәбәптәре билдәләнә.
"Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Салауат ерендә" төркөмөндә хәбәр ителгәнсә, аварияла Малояҙ ауылы ДЮСШ тренеры Олег Ханов һәләк булған. Уға ике аҙна элек 63 йәш тулған.
"Олег Раисович һоҡланғыс педагог, волейбол буйынса яҡшы тренер ине. Уның тәрбиәләнеүселәре Башҡортостанда финал ярыштарында призер булды, — тиелә хәбәрҙә. - Мәрхүмдең ғәиләһенең һәм яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ".
фото: башинформ