+24 °С
Ямғыр


Рәсәй Дәүләт Думаһының Оборона комитеты ағзаһы Андрей Гурулев, Рәсәйҙә сәнәғәт ҡоласы көсәйтелгән осраҡта өлөшләтә мобилизацияның яңы тулҡыны булырға мөмкин, тигән.
“Өлөшләтә мобилизация сәнәғәтебеҙҙең хәҙерге ваҡытта бик мөһим бурыстарҙы үтәүселәрҙе тәьмин итеү мөмкинлегенә бәйле. Бөгөн сәнәғәт айырым ғәскәри операция зонаһындағы хәрбиҙәрҙе тәьмин итерлек дәрәжәлә. Сәнәғәт ҡоласы киңәйтелһә, мобилизацияның яңы тулҡыны ҡаралырға мөмкин", — тип белдерҙе депутат.
Фото: 9111.ru