

Баймаҡ районынан 40 йәшлек Альбина А. журналистарға Копейск ҡалаһы янында ҡоллоҡта булыуын һөйләгән.
Ҡатынды унда танышы Илмир Х. саҡырған, йәнәһе, эш хаҡын ауылдағына ҡарағанда өс тапҡырға күберәк түләйҙәр.
Альбинаны ташландыҡ фермаға билдәһеҙ машинала алып килгәндәр. Ферманы күреү менән ҡатын кире өйөнә ҡайтырға йыйына. Әммә ферма хужаһы килеп, Альбинаға ҡоллоҡҡа һатып алыныуы хаҡында белдерә. Ҡатынға юл хаҡы өсөн бурыстарҙы ҡайтарырға ла ҡушалар, янауҙар ҙа башлана. Шулай итеп, ул фермала ҡол булып эшләй башлай. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул туғандары менән бәйләнешкә инә ала. Үҙенең ҡайҙалығын аныҡ ҡына белмәгәс, ориентир сифатында холоҡ төҙәтеү колонияһын атай (ферма хужаһынан ишеткән була). Ҡатындың яҙмышы менән ирекмәндәр шөғөлләнеп, улар был хәл тураһында полицияға хәбәр итә.
Альбинаның бәхетенән, был ташландыҡ ферманың барлығын белгән полиция хеҙмәткәре табылған. Һөҙөмтәлә ҡатын азат ителгән, уның танышын ҡулға алғандар, ә ферма хужаһы табылмаған. Ирекмәндәр ярҙамында Альбина өйөнә ҡайта.
Был турала https://vk.com/wall-34762899_1160135 яҙа.
Фото: https://vk.com/wall-34762899_1160135