Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
6 Август 2023, 11:15

Үткәлдәр батыр улы менән хушлашты

Уның батырлығы хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә һәм Белорет районы тарихында мәңге һаҡланасаҡ.  

Үткәлдәр батыр улы менән хушлаштыҮткәлдәр батыр улы менән хушлашты
Үткәлдәр батыр улы менән хушлашты

Был хаҡта Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең сәхифәһендә белдерә. "Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы майор Шәғәлин Илдар Таштимер улы менән  менән хушлаштыҡ. Уның менән шәхсән таныш булдым, үлеме тураһындағы хәбәр минең өсөн тағы ла ауыр булды. Беҙ яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам тапшырғанда таныштыҡ, һуңынан даими аралаштыҡ, посылкалар, кәрәкле ҡорамалдар килтерҙек.

Ул маҡсатҡа ынтылыусан, эшһөйәр, изге күңелле һәм ярҙамсыл кеше була. Хәрби бурыстарын бик яҡшы үтәргә тырыша, командованиеһы яҡшы иҫәбендә була һәм хеҙмәттәштәре хөрмәтен яулай.

Илдар Таштимер улы Белорет районы Үткәл ауылында 1963 йылда тыуған. Бала саҡтан хәрби булырға хыяллана. Тольяти юғары хәрби төҙөлөш-команда училищеһын тамамлағандан һуң ул хәрби карьера һайлай, Балтик буйында, Калининград өлкәһендә Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә.

Уҙған йылдың көҙөнән хәрби хәрәкәттәр зонаһында була. Илдар Таштимер улының ғаиләһенең һәм яҡындарының тәрән  ҡайғыһын уртаҡлашам.

Уның батырлығы хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә һәм Белорет районы тарихында мәңге һаҡланасаҡ.

Тыныс йоҡла, Герой ..."

Фото: Андрей Иванюта сәхифәһенән. 

 

Автор:
Читайте нас