Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
6 Август 2023, 16:07

Туғандары һәләк булған өс ирҙең кәүҙәһен эҙләй

Бер көндә өс районда: Шаранда, Краснокамала һәм Ауырғазыла фажиғәләр булған.

Туғандары һәләк булған өс ирҙең кәүҙәһен эҙләйТуғандары һәләк булған өс ирҙең кәүҙәһен эҙләй
Туғандары һәләк булған өс ирҙең кәүҙәһен эҙләй

Башҡортостанда туғандары 5 августа республика һыу ятҡылыҡтарында һәләк булған өс ирҙең кәүҙәһен таба алмай. Әле һыуға батып барыусыларҙы БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водолаздары эҙләй. Бер көндә өс районда: Шаранда, Краснокамала һәм Ауырғазыла фажиғәләр булған.

Шаран районында 40 йәшлек ир һыуҙа һәләк булған. Шаһиттар әйтеүенсә, ул күлде иҫерек килеш  йөҙөп сығырға теләгән, ләкин күл уртаһында юғалған. 

Краснокама районында Кама йылғаһында бер ир батып үлгән. Ә ағаһы юғалған. Улар икәүләп  кәмәлә әйләнәләр. Был турала ашығыс хеҙмәттәргә улар менән бергә балыҡ тотҡан һәм яр буйында ҡалған ағаһы  хәбәр иткән.

Шәмбе кис Ауырғазы районында тағы бер кеше һыуҙа юғалған. Был ғәҙәти булмаған шарттарҙа була. 1979 йылғы ир, шаһиттарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡаҙҙарҙы ҡыуып сығарыу өсөн быуаға ингән һәм батып үлгән. Әлегә уның кәүҙәһе табылмаған.

Оло бәхетһеҙлеккә ҡаршы, йыл һайын һыуҙа батып үлгән кешеләр була. Быйыл да һәләк булыусылар бар. Кешеләр ябай хәүефһеҙлек сараларын онотмаһа, бындай фажиғәләр булмаҫ ине. 

Шулай итеп хәүефһеҙлек сараларына туҡталайыҡ.

- Тирләгән, эҫергәнгән килеш һыуға ҡапыл инмәгеҙ. Айырыуса ҡапыл сумыуҙан һаҡ булығыҙ.

- Балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ! Пляждағы башҡа балаларға ла күҙ һалығыҙ. Кескәйҙәр йөҙә белмәһә лә, тәрәнгә барырға тырыша.

- Балаларҙың йөҙөү матрастары үтә хәүефле булыуын онотмағыҙ. Унан шыуып төшөп китергә була. 

- Оҙаҡ ҡояшты ятып, ҡапыл һыуға инмәгеҙ. Башығыҙ әйләнеп, ҡапыл ҡолауығыҙ бар икәнлеген онотмағыҙ

- Быға тиклем һыу инмәгән йылға-күлдә айырыуса һаҡ булығыҙ. Бигерәк тә ярҙан һикермәгеҙ.

- Эскән килеш һыуға төшмәгеҙ. Әгәр ниндәйҙер байрам мәлендә һыу буйында булһағыҙ, иҫерек яҡындарығыҙҙы ныҡлы контролдә тотоғоҙ.

- Кәмә менән йөрөгәндә уны сайҡауҙан, ситенә барып һыуға һикереүҙән һаҡ булығыҙ.

Автор:
Читайте нас