

Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Махачкалалағы автозаправка станцияһында 33 кеше шартлау ҡорбаны булған.
Автосервиста янғын һәм заправкала шартлау 14 августа кисен Махачкаланың «Глобус» сауҙа үҙәге янында булды.
Зыян күреүселәрҙең дөйөм һаны 105-кә етте, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Дағстан башлығы Сергей Меликов әйтеүенсә, медицина учреждениеларында 65 кеше, шул иҫәптән 11 бала. Ул шулай уҡ Махачкалалағы автозаправкалау станцияларында йәрәхәтләнгәндәрҙе эвакуациялау тамамланыуын билдәләне.
Төбәк башлығы 15 августа яғыулыҡ ҡойоу станцияларындағы шартлау ҡорбандары буйынса матәм көнө тип иғлан итте.
Дағстан Хөкүмәтенә Махачкалала һәләк булғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса тейешле саралар күрергә ҡушылды.
Меликов һүҙҙәренсә, һәләк булғандарҙың ғаиләләренә берешәр миллион һум түләйҙәр, ауыр йәрәхәттәр алғандарға - 400-шәр мең һум, еңел яраланыусыларға 200-шәр мең һум аҡса бүленә.
Фото:социаль селтәрҙән.