Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
16 Август 2023, 17:29

Тотош фатир янып бөтә яҙған

Ведомство көс йыйырға ҡуйылған йә эшләп торған электроприборҙары ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.

Тотош фатир янып бөтә яҙғанТотош фатир янып бөтә яҙған
Тотош фатир янып бөтә яҙған

Туймазы ҡалаһында көс йыйҙырырға ҡуйылған робот-саң һурҙырғыс арҡаһында тотош фатир янып бөтә яҙған. Янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙың тауышын ишетеп фатирға күрше йәшәүселәр ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратҡан.

Туймазы ҡалаһының 48-се янғын-ҡотҡарыу часы урынға тиҙа арала килеп еткән, бәхеткә күрә, ут күрше бүлмәләргә таралып өлгөрмәгән, тип хәбәр итәләр РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡоростан буйынса баш идаралығынан.

Ведомство көс йыйырға ҡуйылған йә эшләп торған электроприборҙары ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.

https://vk.com/bashkortostanim

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас