Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
17 Август 2023, 04:55

Эттәр ҙә ауырыу тарата башлаған

Паразиттар эске ағзаларҙы һәм күҙҙәрҙе зарарлай.

Эттәр ҙә ауырыу тарата башлағанЭттәр ҙә ауырыу тарата башлаған
Эттәр ҙә ауырыу тарата башлаған

Башҡортостанда 2023 йылдың ете айында токсокароздың ете осрағы теркәлгән. Был - паразитар ауырыу, ул кешегә эттән йоға.

Республика Роспотребнадзор идаралығы хәбәр итеүенсә, бөтә осраҡтарҙа ауырыусылар йорт хайуандары менән бәйләнешкә ингән һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәгән.

Ведомствола әйтеүҙәренсә, был сирҙе йоҡторған кешеләр өсөн хәүефле түгел. Паразиттар эске ағзаларҙы һәм күҙҙәрҙе зарарлай. Шул уҡ ваҡытта оҙайлы һәм ҡабатланып торған сиргә әйләнә.

"Статистика буйынса һәр өсөнсө эт токсокароз менән зарарланған. Тап хайуандарҙың организмында ҡарышлауыҡтары енси формаларға өлгәшә һәм тышҡы мөхиткә йомортҡалар бүлеп сығара. Ауырыу йөнөн һыйпағанда, йыуылмаған емеш-еләк, түтәлдәрҙән йәшелсә ҡулланғанда токсокар йомортҡалары булған ерҙән йоға", - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә.

Автор:
Читайте нас