

Әбйәлил районының Таштуй ауылында ике ир-егет һәм бер ҡатын-ҡыҙ баҙ буяғанда саҡ һәләк булмаған. Улар аңын юғалтҡан, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.
Зыян күреүселәрҙе Асҡар үҙәк район дауаханаһына алып килгәндәр. Дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, бындай осраҡтар йыш осрай.
"Йәй аҙаҡтарына ҡарай ашығыс хеҙмәттәргә мөгәрәптәргә бәйле хәл-ваҡиғалар күбәйә. Уны буяу, киптереү, кимереүселәрҙе сығарыу тәжрибәһе йыш ҡына фажиғәле тамамлана - кешеләр ағыуланып һәләк була", - ти һөйләнеләр ведомствола.
Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/dark-extensive-stone-hall-of-an-abandoned-mine_24366814.htm#page=2&query=погреб%20сельский&position=30&from_view=search&track=ais