+21 °С
Облачно


Бөгөн, 23 августа, Белоретта 65 йәшлек ир һәм уның 39 йәшлек улы һәләк булған. Улар мөгәрәптә һөрөм еҫе менән ағыуланып, унан сыға алмағандар, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Ашығыс хеҙмәттәргә ошо хәлдең шаһиты шылтыртып хәбәр итә. Килеп еткән ҡотҡарыусылар уларҙы альпинистар ҡорамалы ярҙамында алып сыға, һуңынан ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре менән бергә аңына китергә тырыша, ләкин һуң була.
Фото: Госкомитет РБ по ЧС