

Баймаҡтар батыр улы менән бәхилләште. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең сәхифәһендә белдерә.
"Беҙ ауыр, һынылышлы ваҡытта йәшәйбеҙ. Һуғыш һәр кеше өсөн, бигерәк тә ир-егеттәр өсөн, ҡаты һынау, - тип яҙа ул. - Ошондай ауыр ваҡытта дәүләтебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған осорҙа, Йәнтурин Морат Миңнеғәли улына Тыуған илдең саҡырыуы буйынса, ҡулына ҡорал алырға тура килә. Ул Украинала барған махсус хәрби операцияға мобилизация буйынса алына, намыҫлы хеҙмәт итә һәм биргән антына аҙаҡҡы һулышына тиклем тоғро ҡала.
Туғандары, дуҫтары хәтерендә Морат Миңнеғәли улы ышаныслы иптәш, терәк-таяныс булып иҫтә ҡалһа, беҙҙең хәтерҙә ул Ватан алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, Рәсәй армияһын үҙенең батырлығы, ныҡлы хәрби рухы менән данлаған яугир булып ҡаласаҡ. Уның ҡаһарманлығы мәңге йәшәр, уның тормошо беҙҙең өсөн рух көсө, батырлыҡ өлгөһө булыр.
Хөрмәтле мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары, һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ".
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән