Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
3 Сентябрь 2023, 13:55

Башҡортостанда өс йәшлек ҡыҙыҡай ҡот осҡос янғында һәләк булған

Бөгөн, 3 сентябрҙә, ике бәләкәй баланың көндөҙгө...

Башҡортостанда өс йәшлек ҡыҙыҡай ҡот осҡос янғында һәләк булғанБашҡортостанда өс йәшлек ҡыҙыҡай ҡот осҡос янғында һәләк булған
Башҡортостанда өс йәшлек ҡыҙыҡай ҡот осҡос янғында һәләк булған

Башҡортостанда өс йәшлек ҡыҙ ҡот осҡос янғында һәләк булған. Утта мунса, гараж һәм  һарай янған.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, янғын  Саҡмағош районы Яңы Балтас ауылында Базы урамындағы шәхси ихатала сыҡҡан. Ваҡиға урынына шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре, Яңы Балтас һәм Йомаш ирекле янғын командалары ебәрелгән. Эргәләге ҡоролмаларға күскән утты һүндереү барышында янғын һүндереүселәр баланың кәүҙәһен тапҡан.

Башҡортостан прокуратураһында өс йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән янғын сәбәбен белдерҙеләр. Балалар ҡарауһыҙ  газ горелкаһы менән уйнанаған.

Бөгөн, 3 сентябрҙә, ике бәләкәй баланың көндөҙгө 3-сө яртылар тирәһендә Яңы Балтас ауылындағы ихаталғы мунсала уйнауҙары билдәләнгән. Уларға газ горелкаһы  менән бесәнде тоҡандырып ебәрә. Янғын йорт-ҡаралтыһына күсә. Янғында 2020 йылғы ҡыҙ һәләк була.

Ваҡиға урынына Саҡмағош районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Виталий Уваров сыҡҡан.

Прокуратура бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә, шул иҫәптән ата-әсәнең үҙ бурыстарын үтәүенә баһа бирә.

Фото: МЧС по РБ

Автор:
Читайте нас