Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
4 Сентябрь 2023, 17:05

Әсә менән баланы кем үлтергән?

Бала тапҡас, ҡатын тыуған иленә ҡайтырға теләй, ләкин ире быға ҡаршы була.

Әсә менән баланы кем үлтергән?Әсә менән баланы кем үлтергән?
Әсә менән баланы кем үлтергән?

Сит илгә бала табырға киткән 29 йәшлек Өфө ҡыҙын Аргентинала үле килеш табалар. Был хаҡта «Комсомольская правда» хәбәр итә. 2022 йылдың сентябрендә ҡатын кейәүгә сыға. Ире менән бергә илдән китә: башта - Грузияға, ә һуңынан - Төркиәгә. Ҡыҙ балаға уҙғас, йәштәр бала табыу өсөн Аргентинаға китә. Бала тапҡас, ҡатын тыуған иленә ҡайтырға теләй, ләкин ире быға ҡаршы була. Улар  араһында йыш ҡына низағтар башлана. Тағы бер конфликттан һуң  ҡатынды балаһы менән үлеш килеш табалар, имеш, улар тәҙрәнән осоп төшкән. Урындағы полиция уларҙың  үлемендә  ирҙең ҡатнашы булыуы ихтимал, ти. Һәләк булған ҡатындың туғандары әйтеүенсә, ул тормошҡа ғашиҡ булған, ул үҙ-үҙен юҡ итеүгә барасаҡ кеше түгел. Һуңғы тапҡыр ул  яҡындары менән 26 августа элемтәгә сыҡҡан. Һөйләшкәндә  кейәүгә сығыуына үкенеүен әйткән.

Фото: talantikam.ru

Автор:
Читайте нас