Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
9 Сентябрь 2023, 17:00

Прокуратура балалар баҡсаһын тикшерә

29 бала эсәк инфекцияһы менән ауырып киткән...

Прокуратура балалар баҡсаһын тикшерәПрокуратура балалар баҡсаһын тикшерә
Прокуратура балалар баҡсаһын тикшерә

Белореттағы 19-сы балалар баҡсаһында сальмонеллез менән ауырыу осрағы буйынса прокуратура тикшереү алып бара. Балалар баҡсаһын япҡандар. Күҙәтеү ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса, сир 7 сентябрҙә асыҡланған.

Мәғлүм булыуынса, 29 бала ауырып киткән. 19 кеше дауаханала ята, 10-һы өйөнә ҡайтарылған. Уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана.

«Белорет район-ара прокуратураһы вазифалы кешеләрҙең балалар баҡсаһында ашатыуҙы һәм унда булыуҙы ойошторғанда санитар-эпидемиологик һәм башҡа ҡануниәт талаптарын үтәүенә баһа бирергә тейеш», - тип аңлатма бирҙеләр ведомствола. 

Фото: Роспотребнадзор РБ

Автор:
Читайте нас