Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
12 Сентябрь 2023, 16:25

Эттәр һарыҡтарҙы ашаған

Һарыҡтарҙың хужаһына 164 200 һумға баһаланған матди зыян килтерелгән.

Эттәр  һарыҡтарҙы ашағанЭттәр  һарыҡтарҙы ашаған
Эттәр һарыҡтарҙы ашаған

Балаҡатай район-ара суды урында йәшәүсенең эт хужаһына зыянды ҡаплау тураһында дәғүәһе буйынса гражданлыҡ эшен ҡараны. Уҙған йылдың 31 декабрендә ферма биләмәһендә яуап биреүсенең ике эте 19 һарыҡты тешләгән, шуларҙың 11-е шунда уҡ һәләк булған, ә һигеҙе алған яраларҙан бер-ике көн эсендә үлгән.

Һарыҡтарҙың хужаһына 164 200 һумға баһаланған матди зыян килтерелгән. Шулай уҡ 30 мең һум күләмендә әхлаҡи зыянды һәм 4484 һум күләмендә дәүләт пошлинаһын түләү буйынса сығымдарҙы судҡа бирергә планлаштырылған.

Һөҙөмтәлә суд дәғүә талаптарын өлөшләтә ҡәнәғәтләндергән һәм яуап биреүсенән 50 мең һум зыянды ҡаплау иҫәбенә, шулай уҡ 1700 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләттергән.

 

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-09-12/v-bashkirii-sobaki-zagryzli-desyat-ovets-3432850

Автор:
Читайте нас