

Башҡортостанда район дауаханаларының береһендә табип мутлашыусылар ҡорбаны булды. БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүсе Стәрлетамаҡ полицияһына шылтыратыуҙың мессенджер аша килеүен һөйләп мөрәжәғәт иткән. Енәйәтселәрҙең береһе үҙен зыян күреүсенең коллегаһы, икенсеһе хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныштыра. Әңгәмәселәр ирҙе аҡсаһының хәүеф аҫтында булыуына һәм уны һаҡлап ҡалырға кәрәклегенә ышандыра. Уларҙың күрһәтмәһе буйынса доктор бер нисә тапҡыр аҡсаны мутлашыусылар күрһәткән иҫәптәргә күсерә. Һөҙөмтәлә ул 10 миллион һумға зыян күрә, шуның 2 миллионы шәхси тупланмаһы булһа, ҡалғанын кредитҡа алған.
Фото: Башинформ