+21 °С
Болотло


17 сентябрҙә иртән Өфө эргәһендә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Төбәк Дәүләт автоинспекцияһында һөйләүҙәренсә, Затон шоссеһында, Лада Гранта водителе идара итеү һәләтен юғалтып, бетон ҡоймаға бәрелгән. Водитель үлемесле йәрәхәттәр алған. Килеп еткән медиктар уның үлемен теркәргә генә ҡала. Шулай уҡ ЮХХДИ-да аныҡлауҙарынса, водитель таксист булған. Салонда башҡа пассажирҙар булғанмы - әлегә билдәле түгел.
- Ваҡиға урынында юл автоинспекторҙары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, - тип өҫтәнеләр ведомствола.
Фото: региональная Госавтоинспекция
Читайте на WWW.UFA.KP.RU: https://www.ufa.kp.ru/online/news/5457079/