+19 °С
Болотло
"Башинформ" хәбәр итеүенсә, Баҡалы — Туймазы юлы үткән күперҙә 2006 йылда тыуған үҫмерҙе үле килеш тапҡандар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул үҙ теләге менән вафат булған. Үҫмер ғәҙәти ғаиләлә тәрбиәләнә. Интернетта уның ижади музыкаль конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашыуы хаҡында мәғлүмәттәр бар. Синтезаторҙа яҡшы уйнаған.Әле хоҡуҡ һаҡсылары фажиғә сәбәптәрен һәм шарттарын тикшерә.
Фото: "Башинформ"