+21 °С
Болотло


Туймазы районының Первомайский ауылында зыяраттан 36 табаҡ профнастилды урлағандар. Уны урындағы халыҡ үҙ аҡсаһына ҡуйған, тип хәбәр итә "Туймазинский вестник".
Урлауаҙар быйыл июндә башланған. Ул саҡта ҡараҡтар 15 табаҡты алып киткән, ә 1 сентябргә ҡарай төндә тағы 21 табаҡ тимерҙе алып киткәндәр. Хәҙер Ҡандра ауыл советы 1 хакимиәте һәм урындағы халыҡ вандалдар табыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һорай.
«Әгәр һеҙ ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ (урлаусыларҙы белһәгеҙ), 7 (347) 824-74-52 телефоны буйынса хәбәр итегеҙ», - тип мөрәжәғәт иттеләр урындағы властар шаһиттарға.
Фото: Туймазинский вестник