+22 °С
Ямғыр


Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы белгестәре Ростехнадзорҙағы коллегалары менән бергә бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы, уның ҡорбаны - «Башҡортостан баҡыры» предприятиеһының 43 йәшлек хеҙмәткәре. Фажиғә Юбилейный ер аҫты руднигында булған.
Йөктө тейәү-бушатыу машинаһы ҡорамалдарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса 43 йәшлек слесарҙы тапаған. Ир алған йәрәхәттәренән вафат булған. Белгестәр килеп сыҡҡан хәлдең сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: PIXABAY