Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
28 Сентябрь 2023, 16:40

Банк хеҙмәткәре 15 миллион һум урлаған...

Был хаҡта республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Банк хеҙмәткәре  15 миллион һум урлаған...Банк хеҙмәткәре  15 миллион һум урлаған...
Банк хеҙмәткәре 15 миллион һум урлаған...

Өфөлә 15 миллион һумды урланған банк хеҙмәткәрен эҙләйҙәр. Был хаҡта республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар банк клиенттарына һәм таныштарына аҡса биреүҙә 60 йәшлек Лилиә Тажетдинаға кредит-финанс ойошмаһының юридик шәхестәрҙе операция хеҙмәтләндереүе төркөмө етәксеһен ғәйепләй. Тикшереү барышында Өфөлә йәшәгән ҡатындың дүрт граждандан аҡса алыуы асыҡланған.

Кисә, 27 сентябрҙә,  енәйәт эше ҡуҙғатылды. Махсус тәфтиш-оператив төркөм булдырылды.

Лилиә Тажетдинаның билдәләре: уның буйы - 170 сантиметр, тулы кәүҙәле, зәңгәр күҙле, ҡыҫҡа сәсле. Ҡара-һоро ветровка, ҡара классик салбар, аҡ күлдәк, ҡара жилет кейгән булған.

Эске эштәр министрлығы Лилиә Тажетдинаның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙе Башҡортостан Эске эштәр министрлығының дежур бүлеге телефоны буйынса 8 (347) 279-39-02, ведомствоның ышаныс телефоны буйынса 8 (347) 279-32-92 йәки яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорай.

Фото: МВД Башкирии

Автор:
Читайте нас