Ейәнсура районында «Вектор» комбайны ағасҡа бәрелеп, янып киткән. Водитель алғы тәҙрәһенән осоп сығып, һәләк булған.
Ваҡиға урынына килеп еткән ирекле янғын һағы утты һүндергән. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшерә.
Яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.