Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Хәүефһеҙлек
15 Октябрь 2023, 15:17

Кредит алап тип...

Студент ҡыҙ мутлашыусыларҙан алданған.

Кредит алап тип...Кредит алап тип...
Кредит алап тип...

Өфө вуздарының береһендә уҡыусы ҡыҙ полицияға мөрәжәғәт итә һәм мутлашыусыларға күп аҡса күсереүе тураһында хәбәр итә. Ҡыҙға билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу булған. Мутлашыусы банк хеҙмәткәре булып уның исеменә кредит алырға маташыуҙары хаҡында әйтә. Хәлде ҡотҡарыу өсөн студентҡа ҡаршы кредит алырға һәм йыйылған аҡсаны «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсерергә тәҡдим иткәндәр. Ҡыҙ әйтеүенсә, ул банктан 400 мең һумлыҡ кредит алған. Һуңынан ул бар сумманы улар әйткән иҫәпкә күсергән, тип хәбәр иттеләр БР Эске эштәр министрлығынан. Һөҙөмтәлә ҡыҙ бан алдында ҙур бурыс менән  ҡалған.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/cropped-view-of-person-doing-online-banking_1121918.htm#query=банк&position=0&from_view=search&track=sph

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас