

Өфөлә республика балалар клиник дауаханаһына ашығыс рәүештә ике йәшлек бала оҙатылған. Ул концентрацияланған «Шуманит» шыйыҡсаһын эскән. Уны кухнялағы майлы торбаларҙы һәм башҡа бысраныуҙарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланалар.
Һуңыраҡ баланың хәле насарая: ул һүлпәнләнә, ҡоҫа башлай, шулай уҡ бәләкәй пациенттың ҡанлы төкөрөгө сыға башлай. Дауаханала уның 2-3 дәрәжә аш һеңдереү юлының химик яныуы асыҡлана.
Табиптар консерватив дауалау үткәргән. Баланың хәле яҡшыра, ул аҙыҡ ашай башлай.
Табиптар билдәләүенсә, бындай осраҡтан һуң баланың ашҡаҙаны йәрәхәтләнеүе ихтимал, уға аш һеңдереү юлына операция талап ителә.
Бындай осраҡтар бүтән ҡабатланмаһын инде, балаларға ҡарата иғтибарлы булайыҡ. Бәпес нығынып, һау-сәләмәт булып үҫеүен теләйек.