+22 °С
Ямғыр


Башҡортостанда 42 йәшлек Эльвира Минееваны эҙләү туҡтатылды. Ҡатын бер ай элек, 17 сентябрҙә, Өфөлә юғалған. Социаль селтәрҙәрҙә «Лиза Алерт» ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, юғалған ҡатын үле килеш табылған.
Ирекмәндәр, ғәҙәттәгесә, һәләк булыу тураһында мәғлүмәт бирмәйенсә, ҡыҫҡаса яҙғандар.
Туғандарының, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.