Шоңҡар
+6 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
29 Октября 2023, 12:29

42 кеше һәләк булған

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, эҙләү эштәрен алып барыу емерелгән шахта ҡорамалдары арҡаһында ҡыйынлаша. 

Добавить в предпочтительные источники Google
42 кеше һәләк булған42 кеше һәләк булған
42 кеше һәләк булған

Ҡаҙағстандың Ҡарағанды өлкәһендәге шахтала авария һөҙөмтәһендә һәләк булғандар һаны 42-гә етте, 4 шахтерҙы эҙләү дауам итә, тип хәбәр итте республика ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

"42 кешенең кәүҙәһе табылған, 4 шахтерҙы эҙләү дауам итә", - тиелә хәбәрҙә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, эҙләү эштәрен алып барыу емерелгән шахта ҡорамалдары арҡаһында ҡыйынлаша.

Костенко исемендәге Ҡарағанды өлкәһендәге шахтала шәмбе көнө  авария була. Шәмбе Ҡаҙағстан президентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, шахталағы фажиғә менән бәйле 29 октябрь дөйөм милли матәм көнө тип иғлан ителгән.

Туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас