+21 °С
Болотло


Күмертауҙан инде өләсәй булған Светлана үҙ теләге менән СВО зонаһына китте. Был хаҡта "Юшатыр" гәзите хәбәр итә. Уға 52 йәш, ейәне лә бар. Светлана шәфҡәт туташы булып эшләгән, алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙен һорап дүрт тапҡыр хәрби комиссариатҡа барған. Ниһайәт, арыҫлан йөрәкле ханымдың хыялы тормошҡа аша.
Һамар өлкәһендә өс ай уҡығандан һуң, "Фиби" исемле ханым СВО зонаһына юллана. Ире һәм ике балаһы уның ҡарарын хуплай. Светлана медицина полкы составында хеҙмәт итәсәк.