+21 °С
Болотло


Килдеғол ауылында Украинала барған махсус хәрби операция барышында һәләк булған "Вагнер" хәрби компанияһының штурм отряды гранатометчигы Ғәлин Фәйез Ғәбит улы иҫтәлегенә туған мәктәбендә хәтерташ асылды.
Фәйездең "Батырлыҡ өсөн" һәм "Вагнер" шәхси хәрби компанияһының "Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалдары уның ата-әсәһенә тапшырылды.
Хәтерташты асыу хоҡуғы Фәйездең атаһы Ғәбит Ғаяз улына һәм район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улына бирелде.
Апайы Әлфирә Идиева ҡустыһы хаҡында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Б. Тимерғәлиев фотолары.
"Таң" гәзитенән