Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
24 Ноябрь 2023, 17:07

Ике балаһы менән күперҙән йылғаға ҡолап төшкән

Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, урындағы халыҡ автомобилде трактор менән сығарған.

Ике балаһы менән күперҙән йылғаға ҡолап төшкәнИке балаһы менән күперҙән йылғаға ҡолап төшкән
Ике балаһы менән күперҙән йылғаға ҡолап төшкән

Башҡортостандың Белорет районында Аҙнағол ауылы янында "Шкода Фабия" еңел автомобиле күперҙән Ағиҙел йылғаһына төшөп киткән. 

Аныҡланған мәғлүмәттәр буйынса, урындағы халыҡ автомобилде трактор менән сығарған, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Уларға беренсе ярҙам күрһәтергә тырышҡандар, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5 йәшлек малайҙы ла, ете йәшлек ҡыҙҙы ла ҡотҡара алмағандар. 41 йәшлек балаларҙың әсәһе лә вафат булған. 

Фажиғә урынына Белорет район-ара прокуроры Филүс Ғәйетҡолов юлланған. Ул хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшен көйләй.

Хөрмәтле руль артындағылар. Көндәр боҙола, юлдар тайғаҡ. Ҡабаланмайыҡ! Ипләп кенә йөрөйөк!  Аллаһы Тәғәлә бәлә-ҡазаларҙан үҙе ҡурсалаһын.

Туғандарның, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Башҡортостан прокуратураһы

Автор:
Читайте нас