

Силәбе өлкәһенең Мирный ҡасабаһындағы ятаҡта сыҡҡан янғындан һуң ҡотҡарыусылар өс һәм ике йәшлек баланың кәүҙәләрен тапҡан. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, әсә кеше күршеләренә сыҡҡансы, балалар шырпы менән уйнаған һәм диванға ут төрткән.
Билдәле булыуынса, әсә кеше балаларын яңғыҙы тәрбиәләгән һәм ауыр тормош хәле арҡаһында ғаилә иҫәптә торған. Сосновка районы прокуратураһы фажиғә буйынса тикшереү башлаған.
- Прокуратура ғаилә менән профилактик эш алып барыу өсөн яуаплы бөтә хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә баһа бирәсәк, - тип хәбәр итте Силәбе өлкәһе прокурорының өлкән ярҙамсыһы Наталья Мамаева.
Фажиғәне тикшереү менән Силәбе өлкәһенең Тәфтиш комитеты ла шөғөлләнә. Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған (Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 109-сы статьяһының 3-сө өлөшө).
- Сираттағы оло кешенең вайымһыҙлығы балалар фажиғәһенә килтерҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өлкәндәрҙе кескәй балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра, - тип иҫкә төшөрҙөләр Силәбе өлкәһе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: пресс-служба ГУ МЧС России по Челябинской области