+21 °С
Болотло


Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән ҡатындың ҡоймаһын 2022 йылдың сентябрендә урлағандар. Билдәһеҙҙәр участканы кәртәләп алған 18 метр самаһы профнастилды ергә төшөргән. Полицияла "Урлашыу" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Ниһайәт, полицейскийҙар профнастилды кемгә һатылғанлығын асыҡлай, ул Удмуртияла йәшәгән кеше булып сыға. Суд ҡарары буйынса ҡойманы кире үҙ участкаһына ҡайтарған.
Ҡойма хужаһына 5 мең һум күләмендә зыян килтерелгән. Урлашҡан өсөн енәйәтсегә биш йылға тиклем төрмә янай.