

Башҡортостандың Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы дауахананың ҡабул итеү бүлмәһендә Артем исемле ике йәшлек малай 14 ноябрҙә вафат булған. Уның ата-әсәһе раҫлауынса, үлемгә табип хатаһы сәбәпсе булған.
Ошо фажиғале көнгә тиклем ул өй буйлап йүгереп, уйнап йөрөгән. Әммә кис көнө уның тыны ҡыҫыла, температураһы күтәрелә. 11 ноябрҙә иртән борсолған ата-әсә улын дауаханаға алып китә. Ләкин унда, уларҙың һүҙҙәренсә, Артемды хатта ҡарап та тормағандар.
Һөҙөмтәлә ҡатынға улы менән поликлиникаға барырға тура килә. Педиатр малайҙы ҡарап сыға һәм яҡынса "ротавирус" тигән диагноз ҡуя һәм ибупрофен эсерергә ҡуша.
Антибиотиктар ярҙам итмәйәсәген аңламайынса, әсәһе дарыуҙарҙы һатып алған... Кисен малайҙың хәле ҡапыл насарайған һәм баланы кире дауаханаға алып киткәндәр. Төнгө сәғәт 2-лә генә, Артемды ҡотҡарып булмауы асыҡланғас, табиптар ҡатынға улының ике яҡлы ауыр пневмония менән сирләүе хаҡында әйтә.