+21 °С
Болотло


Асҡын районының Солтанбәк ауылы мәктәбендә ҡаҙанлыҡ шартлаған
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаҙанлыҡта эшләгән 45-50 йәштәрҙәге оператор һәләк булған. Был хаҡта Солтанбәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Лилиә Ғиләжева хәбәр итә:
— Беҙҙә мәктәп утын яғып йылытыла. Бер йылытыу ҡаҙаны шартлаған. Операторҙы ашығыс ярҙам машинаһы менән Асҡынға алып барғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар уны ҡотҡарып өлгөрмәгән.
https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_68921