Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Хәүефһеҙлек
8 Декабрь 2023, 17:30

Рәсәй Геройына арналған таҡтаташ һәм "Герой партаһы" асылды

Ҡаһарман яугир 5-9-сы кластарҙа ошо белем усағында уҡыған.

Рәсәй Геройына арналған таҡтаташ һәм "Герой партаһы" асылдыРәсәй Геройына арналған таҡтаташ һәм "Герой партаһы" асылды
Рәсәй Геройына арналған таҡтаташ һәм "Герой партаһы" асылды

Бөгөн Әбйәлил районы Тал Ҡусҡары мәктәбендә Рәсәй Геройы, гвардия прапорщигы Тамерлан Илһамовҡа арналған таҡтаташ һәм "Герой партаһы" асылды. Ҡаһарман яугир 5-9-сы кластарҙа ошо белем усағында уҡыған.

Илһамов Тамерлан Айсар улы[1] (22 июнь 1994 йыл — 4 июль 2022 йыл) — гвардия зенит ракета полкының зенит батареяһы хәрби расчет командиры, гвардия прапорщигы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022).[2]

Тамерлан Илһамов 1994 йылдың 22 июнендә Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. 2009—2011 йылдарҙа Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов исемендәге урындағы гимназияла уҡый. 2011 йылда Башҡорт дәүләт университеты (хәҙер — Өфө фән һәм технологиялар университеты) Сибай филиалының юридик факультетына уҡырға инә. 2012 йылдың декабрендә үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә китә, 2014 йылдың мартында хәрби хеҙмәт үтеүе тураһында контрактҡа ҡул ҡуя. Гвардия зенит ракетаһы полкының зенит ракетаһы батареяһы хәрби расчетының командиры булып хеҙмәт итә. Сүриәлә, Таджикстанда була. Бер үк ваҡытта Сервноводскиҙа аграр-техник колледжда «ауыл хужалығын механизациялау» һөнәре буйынса белем ала һәм уны 2019 йылда тамамлай.

2022 йылдың 24 февраленән үҙенең подразделениеһы составында Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Рәсәй киң мәғлүмәт саралары белдереүенсә, Илһамовтың расчеты 4 июлдә хәрби дежурство ваҡытында, Украина хәрби көстәренең авиаһөжүме Рәсәй хәрби позицияларына барып етмәһен өсөн, уларға ҡаршы ут аса һәм һөжүмде үҙенә ҡабул итә. Дошмандың 9 ракетаһын бәреп төшөрәләр, әммә позиция алмаштырғанда 2 ракета беҙҙең ЗРК-ға эләгә. Илһамовһәм уның хеҙмәттәштәре һәләк була.[3][4][5]

2022 йылдың 13 июлендә Әбйәлил районында тыуған Аскар ауылында ерләнә.

Үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Указына ярашлы (ябыҡ указ), Рәсәй Геройы исеме бирелә.

Награда Өфөлә Илһамовтың ата-әсәһенә тапшырыла.

 

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы(2022)
  • «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы (2022)[6]
  • 2-се дәрәжә «Хәрби фиҙаҡәрелеге өсөн» миҙалы (2017)[6]
  • «Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы (2017)[6]

 

Автор:
Читайте нас