

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, авария 18 декабрҙә көндөҙ «Өфө-Нефтекама» трассаһында, Гөблөкөсөк һәм Тәкәрлек ауылдары араһында була. Ғәҙәттә балаларҙы мәктәп автобусы йөрөтә, ләкин шул көндө Камилла үҙен насар тоя һәм ул уҡытыусынан иртәрәк өйгә ҡайтыуын һорай. Әсәйе ҡыҙы өсөн такси саҡырған, ләкин боҙлауыҡ булыуы һәм һауа торошоноң насар булыуы сәбәпле 28 йәшлек водитель идара итеү һәләтен юғалтып бағанаға бәрелгән. Авария шаһиттары тиҙ ярҙам саҡыртҡан һәм ҡотҡарыусыларҙы йәрәхәтләнгән машинанан сығарып, табиптарға тапшырған.
Водитель һәм ҡыҙ бала ныҡ ҡына йәрәхәтләнгән. Уҡыусы ҡыҙҙың баш һөйәге һынған. Уға тиҙ арала операция яһағандар, һуңынан санавиация менән Өфөгә килтергәндәр. Әле ул Республика балалар клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә ята һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
- Йәш организм еңеп сығыр һәм ҡыҙыбыҙҙы хәле яҡшырыр тип ышанабыҙ. Бөтәбеҙ ҙә уның өсөн бик борсолабыҙ, - тине Камилланың атаһы.
фото: Госкомитет РБ по ЧС