Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
24 Декабря 2023, 14:52

Малды ҡарамаған өсөн ирен үлтереүҙә ғәйепләйҙәр

Спиртлы эсемлектәр эсеү барышында...

Малды ҡарамаған өсөн ирен үлтереүҙә ғәйепләйҙәрМалды ҡарамаған өсөн ирен үлтереүҙә ғәйепләйҙәр
Малды ҡарамаған өсөн ирен үлтереүҙә ғәйепләйҙәр

Ҡырмыҫҡалы районында 39 йәшлек ҡатын ирен үлтереүҙә ғәйепләнә (Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшө), тип хәбәр  итә республика буйынса Тәфтиш комитеты.

Тәфтишселәр фаразы буйынса, енәйәт 20 декабрҙә ҡылынған. Спиртлы эсемлектәр эсеү барышында ир менән ҡатын араһында мал ҡаралмауы арҡаһында ыҙғыш сыҡҡан. Ҡатын бысаҡ менән 52 йәшлек ирҙең күкрәгенә сәнсә. Ир верандаға сыға, ә ҡатын йоҡларға ята. Төндә иҙең кәүҙәһен күршеһе табып  ашығыс ярҙам саҡырта. Килеп еткән медицина хеҙмәткәрҙәренә ирҙең үлемен теркәргә һәм полицияға хәбәр итергә генә ҡала.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

Автор:
Читайте нас