+21 °С
Болотло
Күңелһеҙ хәл 1 ғинуар төнөндә Дүртөйле районы Әңгәсәк ауылында була. Ғәҙәттән тыш хәл министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, йортта һигеҙ кеше йәшәгән, шул иҫәптән алты бала булған. Соланда янғын сығыуын балалар күреп ҡалған, төтөн тиҙ арала йортҡа таралған. Йорттағылар барыһы ла тышҡа сығып өлгөргән. Янғын урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар 40 минут тигәндә дөрләп янған йортто һүндергән. Янғын гирлянданан башланған, тиҙәр. Тап шуға ла үҙегеҙ өйҙә булмағанда йәки йоҡларға ятҡанда гирляндаларҙы һүндереп ҡуйыу кәрәк.