Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Февраль , 14:15

Әллә күҙ йәше төштө инде...

Ә мин яҡын да килтермәнем, сөнки уның менән уҡыған апайым: “Ул күп ҡыҙҙарҙы боҙоп зар илатты. Ауырға ҡалып аборт яһаттылар унан. Ышанып алданһаң, әсәйҙәр минең башымды ашарҙар”, -  тип ныҡ киҫәтеп ҡуйҙы.

Әллә күҙ йәше төштө инде...
Әллә күҙ йәше төштө инде...

Шаулы студент йылдары. Уҡып йөрөйбеҙ атай-әсәй ҡанаты аҫтынан сығып . Эш юҡ, әрләп,тыйған кеше юҡ, беҙ йәнәһе ҙурбыҙ.
Егеттәр ҡыҙҙар менән таныша, ҡыҙҙар һайлана. Дүртенсе курста уҡыған бер егет бәйләнә башланы. Матур, оҙон, ҡара муйыл йылтырап торған күҙле егет. Күп ҡыҙҙар иҫтәре китәр ине шуға. Ә мин яҡын да килтермәнем, сөнки уның менән уҡыған апайым: “Ул күп ҡыҙҙарҙы боҙоп зар илатты. Ауырға ҡалып аборт яһаттылар унан. Ышанып алданһаң, әсәйҙәр минең башымды ашарҙар”, -  тип ныҡ киҫәтеп ҡуйҙы.
       Ул егеттең  бәйләнеүе лә балаларса ине – торған еремдән күтәреп алып икенсе ергә баҫтырып китә, сәсемде туҙҙыра, үбеп ала, икенсе егеттәр янымда торһа, уларҙы этеп, сиртеп китәр ине. Барыбер яҡынлатманым, бабай бит һин, тип үсекләштем.
Шаярып йөрөй бирҙе лә  минең курсташ ҡыҙ менән дуҫлашып китте. Йөрөмә тип ҡараным, ҡыҙғанаһың, көнләшәһең,  тине. Бер мәл ауырға ҡалды ул ҡыҙ, теге егет абортҡа аҡса ла биргәне. Шулай ҙа ҡыҙ бәпәйен тапты. “Күҙ йәшем төшһөн, бәхет күрмәй ғүмерең үтһен”, -  тине лә йөрөнө. Үҙе уҡып бөттө, һаман яңғыҙ икән, осрашыуҙа тағы ла: “ Шул боҙҙо тормошомдо”, -  тип шул уҡ ҡарғыш һүҙҙәр һөйләне.

       Яҙмыш ҡыҙыҡ бит, мин шул егеттең ауылына килен булып төштөм. Ул егет күптән үлде, үҙенең туйына китеп барғанда фажиғәле мәрхүм булды. Әсәһе: “Исмаһам, бер балаһы ҡалманы”, -  тип иланы. Мин ҡарған ошо ҡыҙҙы иҫләп әйтергә әллә нисә уҡталдым да, ирем тыя.”Ҡыҫылма”, -  ти.

Фото: mykaleidoscope.ru

 

Автор:
Читайте нас: