Шоңҡар
+13 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
13 Марта 2024, 13:58

Ҡолап төшкән дә кире сыға алмаған...

Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡолап төшкән дә кире сыға алмаған...Ҡолап төшкән дә кире сыға алмаған...
Ҡолап төшкән дә кире сыға алмаған...

Бөгөн Сибайҙа бер ир Ҡарағайлы йылғаһында батып үлә яҙған. Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Был хәлгә битараф булмаған кешеләр ирҙең һуҡмаҡ буйлап китеп барыуы һәм һыуға ҡолауын күреп "ҡыҙыу элемтә"гә шылтырата.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре иргә эҫе мәлендә ярҙам итеп, уны ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырғандар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас