Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Март , 14:59

Өфөнән ишле ғаилә юл һәләкәтенә тарыған

Водитель — туғыҙ бала атаһы...

Өфөнән ишле ғаилә юл һәләкәтенә тарыған
Өфөнән ишле ғаилә юл һәләкәтенә тарыған
Фото:Свердловск өлкәһенең ЮХХДИ

Свердловск өлкәһендә Екатеринбург — Төмән федераль трассаһының 78-се саҡрымында юл фажиғәһе теркәлгән. Ете кеше имгәнгән. Урындағы дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Тойота» менән «Хонг Ян» йөк машинаһы бәрелешкән.

«Тойота»ның водителе һәм алты пассажиры (уларҙың икәүһе — балалар) дауаханаға оҙатылған. Йөк машинаһы водителе зыян күрмәгән. Ул Чита өлкәһенән Мәскәүгә еләк алып китеп барған булған.

E1.RU мәғлүмәттәренә ярашлы, сит ил автомобилендәге ғаилә Төмәндән Өфөгә ҡайтып барған. Водитель — туғыҙ бала атаһы етди йәрәхәттәр алған, ул һаман дауаханала ята. Бынан тыш, уның ҡатыны һәм ике балаһы имгәнгән, башҡа пассажирҙарға ла медицина ярҙамы талап ителгән.

Тикшереү бара.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-03-14/mnogodetnaya-semya-iz-ufy-postradala-v-dtp-s-gruzovikom-3680878

Автор:
Читайте нас: