Шоңҡар
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Март , 09:00

Аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән...

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән...
Аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән...

Авария иртәнсәк М-7 «Волга» трассаһында теркәлгән. Башҡортостанда Чернолесовский һәм Николаевка ауылдары араһындағы трассала «Toyota Corolla» менән «Беларусь» тракторы бәрелешкән. Бәрелешкәндән һуң сит ил машинаһы юл ситенә осҡан һәм янып киткән. Авария ваҡытында еңел машинала дүрт кеше булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһы ла вафат булған. Юл-транспорт ваҡиғаһында трактор водителе зыян күргән, уға медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, табиптар, Башҡортостан буйынса ЮХХДИ етәкселәре эшләй.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: