Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Март , 20:30

Йә Хоҙай, өйләнешеүҙәренә саҡ бер аҙна булған

Мәрхүмдәрҙең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен. 

Йә Хоҙай, өйләнешеүҙәренә саҡ бер аҙна булған
Йә Хоҙай, өйләнешеүҙәренә саҡ бер аҙна булған

15 мартта иртән М7 трассаһында Өфө районындағы юл фажиғәһендә һәләк булған ир менән ҡатын яңы өйләнешкән булып сыҡты — улар  9 мартта никахтарын теркәгән.  Был хаҡта "Башинформ"ға уларҙы  белгән кешеләр хәбәр иткән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  «Тойота Королла»  юлда трактор менән бәрелешкән. Һөҙөмтәлә сит ил машинаһы  яна башлай. Ундағы дүрт кеше лә утта һәләк була. Билдәле булыуынса, "Тойота" менән әле шәхесен асыҡларға тырышҡан ҡатын идара иткән.  Был машина ЮХХДИ базаһында штраф буйынса иҫәптә лә торған. 

Элина Әхмәтова.

Автор:
Читайте нас: