Шоңҡар
+12 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
19 Марта 2024, 07:43

Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ емереклектәр аҫтында ҡалған

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса...

Добавить в предпочтительные источники Google
Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ  емереклектәр аҫтында ҡалғанАмур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ  емереклектәр аҫтында ҡалған
Амур өлкәһендә биш яҡташыбыҙ емереклектәр аҫтында ҡалған

Амур өлкәһе Зей муниципаль округындағы рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелгән. 13 кешенең емереклектәр аҫтында ҡалыуы ихтимал, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Улар араһында биш яҡташыбыҙ ҙа бар.

«Дүртәүһе — Сибайҙан, берәүһе Учалынан, 31-48 йәшлектәр. Барыһы ла машинист булып эшләй», — тип хәбәр ителә министрлыҡтан.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, шуға бәйле өлкәлә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. Әлегә эшселәр менән бәйләнеш юҡ.

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас