Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Март , 10:28

"Салауат Юлаев"тың тренеры мәрхүм булған...

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

"Салауат Юлаев"тың тренеры мәрхүм булған...
"Салауат Юлаев"тың тренеры мәрхүм булған...

Ул Америка Ҡушма Штаттарында һәләк булған.  Ул  Майамиҙа һөйгәне, донъяның икенсе ракетаһы Арина Соболенка ҡатнашҡан теннис турнирын ҡарарға килгән булған. Рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ярашлы, Кольцов юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған. Уға 42 йәш ине.

Кольцов - Минскиҙың "Юность" тәрбиәләнеүсеһе. 1999 йылда "Питтсбург Пингвинз" драфтың тәүге раундында 18-се һан аҫтында һайлана. Милли хоккей лигаһында бөтәһе 144 уйын үткәрә һәм 38 (12 26) мәрәй йыя.

2011 йылда «Салауат Юлаев» составында Гагарин Кубогын яулай. 2017 йылдан Кольцов тренер карьераһын башлай, Континенталь хоккей лигаһында Минскиҙың "Динамо", "Спартак" һәм "Салауат Юлаев" командаларында баш тренер ассистенты булып эшләй.

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: