Шоңҡар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Март , 20:53

Отпусканың һуңғы көнөндә вафат булған...

Киске аштан һуң Анастасияның температураһы ҡапыл 40 градусҡа күтәрелгән.

Отпусканың һуңғы көнөндә вафат булған...
Отпусканың һуңғы көнөндә вафат булған...

Египеттың Шарм-эш-Шейх курортында Башҡортостандың Салауат ҡалаһынан 36 йәшлек Анастасия дүрт йәшлек ҡыҙы һәм әсәһе менән ял иткәндә мәрхүм булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ял туғыҙ көн дауам итергә тейеш булған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғыҙынсы көн фажиғә менән тамамланған. Киске аштан һуң Анастасияның температураһы ҡапыл 40 градусҡа күтәрелгән. Уның әсәһе Людмила отелдәге хеҙмәткәрҙәрҙе саҡыра, ә улар ҡатынға ярҙам күрһәтергә ашыҡмай - улар ҡунаҡхана биләмәһендәге клиникаға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. Ул арала Настя хатта үҙ аллы йөрөй алмай башлай.

Һөҙөмтәлә ҡатынды табипҡа килтергәндәр, ул дарыу биреп укол яһаған. Отелгә ҡайтҡас, Настяның температураһы ҡапыл төшкән (33 градусҡа тиклем), ә тәне ҡара таптар менән ҡаплана башлаған, аяҡтарын һиҙмәй башлаған. Ҡунаҡханаға шул уҡ медикты саҡырғандар, тегеһе пациенттың тәнендә таптар булыуын - ни бары ҡояшта яныуҙан, ә ҡалған билдәләр үтеп китәсәген әйткән.

Анастасияның әсәһе дәүләт клиникаһына һалырға маташҡан, һәм ул быны төнгә ҡарай ғына эшләй ала. Аңһыҙ хәлдәге ҡатынды реанимацияға урынлаштырғандар. Ул таңға ҡарай мәрхүм булған. Мысыр табиптары ҡулдарын һелтәгәндәр ҙә йөрәге туҡтатыуға һылтанғандар.

Хәҙер Анастасияның кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайталар. Уның үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы үткәрергә планлаштырыла. Уның әсәһе менән ҡыҙынан тыш ире ҡалған. 

Автор:
Читайте нас: