Шоңҡар
+9 °С
Облачно
Хәүефһеҙлек
23 Марта 2024, 03:45

Башҡортостанда мәҙәни саралар тыйыла

Һатып алынған билеттарҙы ни эшләтергә?

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда мәҙәни саралар тыйылаБашҡортостанда мәҙәни саралар тыйыла
Башҡортостанда мәҙәни саралар тыйыла

Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары буйынса 23 һәм 24 мартта Башҡортостанда күңел асыу саралары туҡтатылды. Был Мәскәү өлкәһендәге терактҡа бәйле. Ошо хаҡта республика Башлығы хакимиәте хәбәр итә.

Һатып алынған билеттар өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу шарттары, шулай уҡ сараларҙы, спектаклдәрҙе һәм концерттарҙы күсереү буйынса мәғлүмәтте мәҙәниәт учреждениеларының рәсми биттәрендә аныҡлауҙы һорайбыҙ, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә шафиҡова.

 

Фото: «Башинформ»  архивы

Автор:
Читайте нас